Башҡортостан Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 15 мартта урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, һепертмә буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә.
Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 6-11, аяҙытҡанда 16 градусҡа тиклем, көндөҙ 1-6 градус һалҡын була.
16 мартта яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә 8-13, урыны менән 18 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ иһә 4 градус һалҡындан бер градусҡа тиклем йылы.