Башҡортостанда предприятиеларҙы һауаның бысраныуына контроллек итеүсе автоматлаштырылған ҡулайлама менән йыһазландырыу һәм автоматлаштырылған контроль станцияларын ҡуйыу буйынса эштәр дауам итә. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтхуллин белдереүенсә, Сибайҙағы һуңғы ваҡиғалар атмосфера һауаһын артабан камиллаштырыу кәрәклеген тағы бер тапҡыр дәлилләне. Әлеге мәлдә бындай станцияларҙы Сибай һәм Салауат ҡалаларында булдырыу буйынса эштәр алып баралар.
Былтыр Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта булған дүрт станцияға өҫтәп тағы икәү төҙөлгәйне. Улар Ҡашҡаҙан күле янында һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында урынлаштырылды.