Өфөгә “Sarikoc” төрөк төҙөлөш холдингы делегацияһы килде. Улар ҡала Советы депутаттары һәм урындағы чиновниктар менән осрашты. [quote]– Ҡунаҡтарға Өфөнөң һәм республиканың инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс яҡтары тураһында һөйләнек, төҙөлөштөң өҫтөнлөклө йүнәлештәре хаҡында әйттек, мөмкин булған килешеүҙәр тураһында һүҙ йөрөттөк, – тине ҡала Советы депутаты Юрий Васильев. [/quote]
Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының инвесторҙар менән эшләү директоры Игорь Смолягин беҙҙең төбәктең төрөк компаниялары менән хеҙмәттәшлек итеүҙең бай тарихы булыуы тураһында хәтергә төшөрҙө.
[quote]– Хәҙер холдинг вәкилдәре алынған мәғлүмәтте анализлаясаҡ. Улар республикала социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән алда барған биләмәләр менән ҡыҙыҡһынды. Яҡын арала Төркиә компанияларын үҙебеҙҙә күрербеҙ тип ышанабыҙ, – тине ул.