Кисә Өфө мэры Өлфәт Мостафин Затон биҫтәһе халҡы менән осрашты. Аралашыу барышында ҡала башлығы инфраструктура үҫешенә бәйле иң мөһим проблемалар тураһында әйтте. Уларҙы хәл итеү өсөн Затонда социаль объекттар төҙөү планлаштырыла —сменаһына 900 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиника, балалар музыка мәктәбе һәм “Тулҡын” скверы янында сауҙа һәм туҡланыу нөктәләре булған мәҙәниәт үҙәге.
Шулай уҡ Өлфәт Мостафин сквер янындағы Киндер күлен тергеҙергә һүҙ бирҙе. Урындағы кешеләр киләсәккә булған матур пландарҙы баһаланы, әммә уларҙы тәү сиратта урамдарын һәм ихаталарын төҙөкләндереү мәсьәләһе борсой.
– Юл, урамдар, урам яҡтылығы, йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеге буйынса саралар күрәсәкбеҙ, – тип яуап бирҙе уларға мэр.