Уҡыу йорттары хеҙмәттәшлек итә14.03.2019
Башҡортостан менән Үзбәкстандың аграр вуздары уртаҡ белем биреү программаларын тормошҡа ашырырға, ғилми тикшеренеүҙәр үткәрергә, уҡытыусыларҙың, студенттарҙың һәм аспиранттарҙың белемен камиллаштырыу курстарын ойошторорға ниәтләй.

Ошо көндәрҙә Ташкент дәүләт аграр университеты делегацияһы Өфөгә килде. Сәфәрҙең маҡсаты – республиканың агросәнәғәт комплексы менән танышыу. Уҡыу йортоноң Андижан һәм Термез ҡалаларындағы филиалдары етәкселәре БДАУ ректоры вазифаһын башҡарыусы Илдар Ғәбитов менән осрашты. Яҡтар ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләрен тикшерҙе.

Ҡунаҡтар шулай уҡ вуз эшмәкәрлеге менән танышты, матди-техник лаборатор базаны ентекле өйрәнде.





Вернуться назад