Сифатҡа иғтибар кәмемәһен08.06.2012
Сифатҡа иғтибар кәмемәһенМазһар Насип улы ИҪӘНБАЕВ, академик:

— Гәзитте 1956 йылдан алдырам. Элек-электән тормоштоң төрлө өлкәләрен яҡтыртыуы менән йәлеп итте ул. Баҫманы таратыуҙа ла ихлас ҡатнаштым, тип әйтә алам. Ғөмүмән, ҡәҙимге уҡыусы ғына булманым, яҙыштым да, фекерҙәремде лә еткерҙем. Гәзит менән ныҡлы бәйләнеш урынлаштырыуға ағайым Ильяс Иҫәнбаевтың да йоғонтоһо көслө булғандыр. Ул байтаҡ йылдар ошо гәзиттең үҙ хәбәрсеһе булып эшләне.
Элегерәк баҫмала проблемалар ҡыйыуыраҡ күтәрелә ине. Авторҙар ҙа етди мәсьәләләр менән сығыш яһаны. Әлеге коллективҡа сифатҡа күберәк иғтибар биреүҙәрен теләр инем. Ғүмер баҡый алдырып уҡыған баҫмалар күп, әммә иң беренсе ҡулыма “Башҡортостан”ды алам. Был ғәҙәтемә ингән.


Вернуться назад