Өфөнөң Калинин районы суды 53 йәшлек ирҙе кеше урлағаны һәм ҡурҡытып талағаны өсөн хөкөм итте. Ул был енәйәтте һигеҙ йыл элек ҡылған була.
2011 йылдың июнендә төнгө клубта ир таныш түгел егет менән һуғышып китә. Тегеһе бының танауын һындыра һуға. Бер нисә көндән зыян күреүсе супермаркетта ҡыйырһытыусыһын күреп ҡала ла, артынан күҙәтеп барып, ҡайҙа йәшәгәнен асыҡлай. Артабан уны ҡарауыллап тороп, көсләп машинаһына ултыртып алып китә.
Үҙенең әшнәһе эшләгән мәйетханаға барғас, был ир-егеткә туҡмау менән янап, мәйеттәр һаҡланған һыуытҡысҡа ябып ҡуялар. Бахыр әҙәм ҡурҡышынан үҙен урлаған бәндәләргә 20 мең һум аҡсаһын бирә һәм йәнә 80 мең һум тейешмен тип расписка яҙа.
Һуңынан ул полицияға мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре талаусыларҙың береһен 50 мең һумды алғанда ҡулға ала. Һөҙөмтәлә ғәйепләнеүсе 2014 йылда суд тарафынан биш йыл да бер айға иркенән мәхрүм ителә.
Уның әшнәһе иһә ҡасып ҡотола. Әммә 2018 йылда Салауат районы биләмәһендә тотола. Әле суд уны биш йыл да ике айға төрмәгә ебәрҙе.