ЗАГС юлы саҡ ҡаза менән тамамланмаған14.03.2019
Өйләнешеп, яңы тормош башлайбыҙ, тип йөрөгән йәш пар саҡ ҡазаға осрамай. Март баштарында Ғафури районының Красноусол ауылында була был хәл. Ғашиҡтар Мәҙәниәт һарайында урынлашҡан урындағы ЗАГС-ҡа өйләнешергә ғариза бирергә тип инеп барғанда, бинаның ҡыйығы емерелеп төшә. Бәләнән уларҙы бер нисә секунд ҡына аралап ҡала — саҡ инеп етеп өлгөргән булалар.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡиғала һәләк булғандар һәм яраланғандар юҡ. 20 метр оҙонлоҡтағы кирбес болдор ҡыйығы ҡар ауырлығын күтәрә алмай. Етмәһә, иҫкергән дә була.





Вернуться назад