Бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған14.03.2019
Росреестр идаралығының Учалы районы буйынса бүлеге яңы бинаға күсте. Учалыларҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға БР буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе Петр Клеца килде.

Яңы бинаға күсеү – бүлексә хеҙмәткәрҙәре өсөн генә түгел, милек хоҡуҡтарын теркәү, кадастр иҫәбе һәм башҡа документтар юллап мөрәжәғәт итеүселәр өсөн дә мөһим ваҡиға. Бында халыҡҡа сифатлы дәүләт хеҙмәте күрһәтеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған – кабинеттар йылы, иркен, яҡты.

Әйткәндәй, быға тиклем казначейство урынлашҡан бинала хеҙмәт урындарын йыһазландырыу өсөн әллә ни сығымдар ҙа китмәгән, барыһы ла элеккесә ҡалған.

Эш барышында Петр Клеца урындағы хакимиәт башлыҡтары һәм эштәр менән идара итеүселәр ҡатнашлығында кәңәшмә лә уҙғарҙы.



Вернуться назад