БМК лабораторияһы тикшерелде14.03.2019
Белорет металлургия комбинатының тәжрибә лабораторияһы квалификацияһын раҫлап, аттестация үтте. Ай һайын лаборатория хеҙмәткәрҙәре диаметры 0,009 миллиметрлыҡ микросымдарҙан алып 90 миллиметрлыҡ ҡорос канаттарға тиклем меңәрләгән һынау үткәрә. Шулай уҡ метиздарҙың химик составын тикшерә, уларға металлографик анализ эшләй.

Аттестация Өфө стандартлаштырыу, сертификациялау һәм метрология үҙәге тарафынан үткәрелде. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса лаборатория бөтә талаптарға яуап бирә тип табылды һәм уға 2021 йылға тиклем таныҡлыҡ тапшырылды.


Вернуться назад