2019 йыл аҙағына тиклем Өфө тимер юл вокзалы тулыһынса “аҡыллы” мәғлүмәт системаһына тоташтырыласаҡ. Яңылыҡ баш ҡалабыҙҙан тыш, Рәсәйҙең тағы 67 тимер юл вокзалына ҡағыла. Ошо маҡсатҡа “Рәсәй тимер юлы” яҡынса 390 миллион һум аҡса бүлгән.
“Аҡыллы” система пассажирҙарҙы даими рәүештә поездар хәрәкәте тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырып барасаҡ. Ҡоролма поездарҙың ҡайҙан-ҡайҙа китеүе, нисәлә ҡуҙғалыуы хаҡындағы барлыҡ белешмәләрҙе туранан-тура таблола яҡтырта һәм был хаҡта пассажирҙарға хәбәр итә.
Ошоғаса әлеге функциялар дикторҙарға йөкмәтелгәйне. Бынан ары дикторҙар поездар хәрәкәтендә кисектергеһеҙ үҙгәрештәр була ҡалһа ғына “бәйләнешкә” сығасаҡ. IT-белгестәр әйтеүенсә, ҡоролма тулыһынса автоматлаштырылған.