Ҡарҙар ирер, һыу ташыр...13.03.2019
Быйыл йылғаларҙың асылыу ваҡыты уртаса 8 – 15 апрелгә тура киләсәк, тип хәбәр иттеләр Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса төбәк идаралығынан.

Әле республика йылғаларында боҙҙоң уртаса ҡалынлығы 27-65 сантиметр тирәһе. Был – норманан 10-45 сантиметрға әҙерәк. Температураның күтәрелеүенә бәйле, әле күпселек йылғаларҙа боҙ ҡатламы емерелә башлаған, уйымдар барлыҡҡа килгән, өҫтән һыу аға.

Республика биләмәһендә яҙғы ташҡын ғәҙәттә апрель башында була. Мәғлүм булыуынса, ҡар бер ваҡытта ғына иремәй: далалы яҡтарҙа – алдараҡ, тау-урманлы төбәктәрҙә – һуңғараҡ.


Вернуться назад