Розалия тыуған ҡалаһына ҡайтты13.03.2019
Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһы йәнә бер йәш белгес менән тулыланды. Өфөнән табип-ординатор Розалия Хәйбуллина (һүрәттә) үҙенең тыуған ҡалаһына ҡайтып хеҙмәт юлын башланы.

– Бала саҡтан табип булырға хыялландым, – ти йәш белгес. – Сибайҙа тыуып үҫтем, ҡаланың 9-сы лицейын уңышлы тамамлап, Башҡортостан дәүләт медицина университетына маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыуға алындым. Балалар табибы һөнәрен үҙләштерһәм дә, артабан акушер-гинеколог булыу теләгендә ординатураға индем. Уны тамамлағас, эшкә Сибайға ҡайтырға уйлайым.

Розалия, йәш табип булараҡ, хеҙмәт урынына рәсми урынлашҡан, хаҡ та түләнәсәк.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул сабыйҙар менән уртаҡ тел табырға ла өлгөргән. Ата-әсә лә табипҡа балаларын теләп алып килә, кәңәштәрен тота. Йәш белгескә тәжрибәле шәфҡәт туташы Миңзәлә Пешкова менән бергә эшләү бәхете тейгән. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 43 йыл хеҙмәт иткән Миңзәлә Кәлимулла ҡыҙы йәш белгестән бик ҡәнәғәт. “Эшен белә, сирлеләр менән уртаҡ телде тиҙ таба, көнөнә утыҙар баланы ҡабул иткән ваҡыттар ҙа була”, – ти ул.

Сибай балалар поликлиникаһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Һөйөндөкова әйтеүенсә, ҡалала яңы эш башлаған табиптарға бар яҡлап ярҙам күрһәтелә, хеҙмәт өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырыла. Ошоға тиклем бында ординаторҙар Миңлегөл Хәсәнова менән Нурзилә Вәлиева ла эшләп киткән. Хәҙер инде уларҙың бында эшкә ҡайтыуын көтәләр. Шулай уҡ балалар хирургы урыны буш тора: яңыраҡ тәжрибәле табип Ринат Утарбаев хаҡлы ялға сыҡҡан.

Сибайға йәштәрҙең ҡайтыуы киләсәктә белгестәргә ҡытлыҡты ҡырға кәметәсәк. Ә бының өсөн ҡала хакимиәте етәкселеге тарафынан маҡсатлы эш алып барыла.


Вернуться назад