Ауырғазы башҡорттары ҡор йыйҙы13.03.2019
Талбазыла бөгөн Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды.

Сарала хакимиәт башлығы Зөфәр Иҙрисов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәүзиә Юламанова, шағирә Лариса Абдуллина ҡатнашты.

Саҡырылған 64 делегаттан 55 кеше килгәйне. Сығыш яһаусылар күберәк тел, демография, тәбиғәтте һаҡлау проблемаларын күтәрҙе.

Сара хаҡында ентекләберәк “Башҡортостан” гәзитендә уҡырһығыҙ.


Вернуться назад