“Ырыуҙар ташы” ҡасан төҙөлөр?13.03.2019
“Ырыуҙар ташы” ҡасан төҙөлөр?Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты Ишембай районында “Ырыуҙар ташы” мемориаль комплексын булдырыуҙа ярҙам һорай. Был турала һүҙ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлеккә арналған ултырышта күтәрелде.

– III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙған саҡта Торатау янында “Ырыуҙар ташы” тигән символик таш һалынғайны. Унда артабан мемориаль комплекс эшләү күҙ уңында тотолдо. Әммә бөгөнгә тиклем проект тормошҡа ашырылмаған, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин. – Ҡоролтай Радий Хәбиров исеменә “Торатау” геопаркын булдырыу тураһындағы Указды эш планына индереүҙе һорап, хат ебәргәйне. Ойоштороу комитетынан мәсьәләне тиҙләтеүҙе һорайбыҙ.


Вернуться назад