Ишектәр асыҡ, рәхим итегеҙ!13.03.2019
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы Асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра. Сара шәмбе, 30 мартта, иртәнге сәғәт 10-да башлана. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3а (икенсе корпус).

Осрашыуҙа 2019 йылда уҡыу йортона инеү тәртибе, уҡыу шарттары, студент тормошо хаҡында ентекле мәғлүмәт алырға мөмкин. Һорауҙарға университет етәкселеге, институт директорҙары, факультет декандары, ҡабул итеү комиссияһы хеҙмәткәрҙәре яуап бирә. Программала шулай уҡ лабораториялар буйлап экскурсия, оҫталыҡ дәрестәре, концерт, конкурстар, викториналар ойоштороу ҡарала.



Вернуться назад