Канализация юҡ, имеш...08.06.2012
Урындағы етәкселәр йәйге каникул осорона балаларыбыҙға бик шәп “бүләк” яһаны — мәктәбебеҙҙә ошоғаса эшләп килгән йәйге лагерь ойоштороу тыйыла, тигән ҡарар ҡабул итте.

Егерме биш бала 4 июндән мәктәп янындағы йәйге лагерға йөрөй башларға тейеш ине. Беҙҙән, ата-әсәләрҙән, ғариза яҙҙырып алдылар. Барыбыҙ ҙа ҡуш ҡуллап риза булдыҡ. Лагерь мөдире вазифаһына тәғәйенләнгән Эльмира Кинйәбулатова махсус уҡып та ҡайтты. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһының да медицина тикшереүе үтеүе, тейешле документтары булыуы, уҡыусыларҙы ашатыу мәсьәләһендә лә мәшәҡәт юҡлығы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Ҡыҫҡаһы, бәйләнәһе урын да юҡ кеүек. Етмәһә, уҡыу йылы дауамында мәктәптең эшмәкәрлегенә бәйле бер ниндәй дәғүә-фәлән ишетелмәне. Балаларыбыҙ һәүетемсә белем алды, мәктәпкә йөрөнө. Ә бөгөн Ишембай СанПин хеҙмәте белгестәре, белем усағында канализация юҡлыҡҡа һылтанып, мәктәпте йәйге лагерь ойоштороуға яраҡһыҙ тип тапты.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, беҙ балаларыбыҙҙы каникулда ҡайҙалыр ял итергә ебәрә, аҙналар буйы ҡала күрһәтеп йөрөтә алмайбыҙ. Барһалар ҙа, бер нисә көн булалар ҙа ҡайталар, ә башлыса — ауылда. Урамда ни эшләргә белмәй йөрөгәнсе мәктәптә ҡараулы булһалар, беҙгә лә тынысыраҡ. Канализация юҡ, имеш. Элек уның нимә икәнен дә белмәнек. Ә бөгөн ул иң мөһим шартҡа әүерелдеме икән?
Ишембай районы Иҫәкәй урта мәктәбе
уҡыусыларының ата-әсәләре исеменән
Сәлимә ЛОҠМАНОВА,
Ғунар ҒИМАЛЕТДИНОВ.
Ишембай районы.


Вернуться назад