Мәләүез үҙәк район дауаханаһында тағы бер эндокринологтың ҡабул итә башлауы шунда уҡ тойолдо. Быны табип эҙләп, башҡа урынға барырға теләүселәрҙең һәм сираттың кәмеүендә лә күрергә була.
Зөбәржәт Әмәкәсеваның поликлиникала эшләй башлауына биш кенә ай. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә ул үҙен өмөтлө хеҙмәткәр итеп танытырға өлгөрҙө. Йәш белгес тимәйҙәр, ауырыуҙар уға ышанып килә. Һауығыу юлында иһә сирленең дауалаған табибына ышаныуы бик мөһим.
Зөбәржәт Хәйрулла ҡыҙы сығышы менән Күмертау ҡалаһынан. Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлағас, Өфөлә 21-се клиник дауаханала эндокринология буйынса ординатура үткән һәм, квотаға ярашлы, былтыр Мәләүез дауаханаһына эшкә килгән.
– Коллектив мине йылы ҡаршы алды. Йәшәргә уңайлы бүлмә бирҙеләр. Бында һөнәри йәһәттән үҫергә лә шарттар бар. Ғөмүмән, эшләргә мөмкин, әммә матди-техник база нығыраҡ булһа, диагностикалау йәһәтенән эш күпкә еңеләйер ине, – ти табип-эндокринолог.
Йәш белгес хаҡында үҙәк район дауаханаһында оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләгән Вәсилә Ғафарова:
– Пациенттарға бик иғтибарлы беҙҙең яңы табип, улар менән әңгәмәләшкән ваҡытта уҡ һауығыуға ышаныс тыуҙыра белә. Сабырлығы, кеше күңелен аңлай белеүе менән дә айырыла ул, – тип ихтирамын белдерҙе.
Бөгөн районда өс меңгә яҡын кеше диабет менән ауырый. Шуның 80-дән ашыуында – беренсе, ҡалғандарында икенсе типтағы шәкәр сире асыҡланған. Эндокринолог ҡалҡан биҙе, шәкәр диабеты менән бәйле сирҙәрҙе генә түгел, эндокрин системаһы эшмәкәрлеге боҙолоуға бәйле башҡа ауырыуҙарҙы асыҡларға һәм дауаларға ярҙам итә.
Зөбәржәт Әмәкәсева әйтеүенсә, шәкәр диабетының икенсе тибына, нигеҙҙә, һимереүҙән һәм юғары ҡан баҫымынан яфаланған оло йәштәге кешеләр дусар. Нәҫелендә шәкәр сирлеләр булған кешегә лә хәүефләнергә урын бар. Сарсау, ауыҙ эсенең кибеүе, арыу, эшкә һәләтлелектең кәмеүе, күҙҙең насарланыуы, аппетиттың яҡшырыуы менән бер рәттән, ауырлыҡты юғалтыу һәр кемде һиҫкәндерергә тейеш. Туғандарығыҙҙа, яҡын кешеләрегеҙҙә сирҙең ошондай билдәләрен күрһәгеҙ йәки тойһағыҙ, мотлаҡ эндокринологка барырға, ҡанда шәкәр кимәлен билдәләү өсөн анализ бирергә кәрәк. Ваҡытында дауалай башлау етди өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртәсәк. Ғөмүмән, сирҙең мәкерлелеге, хәүефе хаҡында тулыраҡ мәғлүмәткә эйә булыу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ. Унан тыш, спорт һәм физик культура менән даими шөғөлләнергә, сәләмәт тормош алып барырға, саф һауала күберәк йөрөргә һәм дөрөҫ туҡланырға кәрәк: ул саҡта күп сирҙәр урап үтәсәк.