Бөгөн Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы “Сәләмәт ғаилә. Сәләмәт балалар. Сәләмәт тирә-яҡ мөхит” тигән темаға конференция үткәрә.
Форумда ҡатнашыусылар сәләмәт тормош булдырыуҙа ҡатын-ҡыҙ советтарының әһәмиәте буйынса фекер алыша. Сарала 1-се республика наркология диспансерының баш табибы урынбаҫары Ксения Бобкова — республикала эскелеккә бәйле хәл, Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми тикшеренеү институты профессоры Мәхмүзә Ғәйнуллина тормош сифатына йоғонто яһаған хәл-шарттар тураһында сығыш яһаясаҡ. Педагогия фәндәре кандидаты Нина Филиппова, райондарҙағы ҡатын-ҡыҙ советтары ағзалары сәләмәт тормошто пропагандалау йәһәтенән эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша.