“Жилстройсбережение” программаһында теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Фатир ҡиммәт, ипотеканың проценттары ҙур... Ә торлаҡ кәрәк. Айырыуса йәш ғаиләләргә. Әлбиттә, мөмкинлеге булғандар ипотека ала. Әммә бының өсөн ҡайҙандыр тәүге иғәнәне лә табыр кәрәк бит әле. Ошондай шарттарҙа “нисек фатирлы булырға?” тип баш ватҡандар өсөн бик яҡшы яңылыҡ бар. Хәҙер Башҡортостан кешеләре өсөн торлаҡ алыу еңеләйәсәк. Был йәһәттән ошоға тиклем эшләп килгән, әммә сикләнгән категорияға ғына унда ҡатнашыу мөмкинлеге булған “Жилстройсбережение” программаһы ярҙамға килә.
Әлеге программа республикала 2014 йылдан алып эшләй. Тик быға тиклем унда ҡатнашыу хоҡуғы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылған күп балалы һәм 35 йәше тулмаған йәш ғаиләләрҙә генә бар ине. Ә быйыл 1 марттан төбәк етәксеһе Радий Хәбиров барлыҡ сикләүҙәрҙе лә алды, һәм хәҙер был программала теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Уның мәғәнәһен бер аҙ аңлатып үтәйек. Банкта махсус иҫәп асыла. Әйткәндәй, программала ике банк ҡатнаша: Һаҡлыҡ банкы һәм “Уралсиб”. Шулай итеп, иҫәп асаһығыҙ ҙа ай һайын унда 3 меңдән 10 мең һумға тиклем аҡса һалып бараһығыҙ. Республика һеҙҙең иғәнәнең суммаһынан 30 процент тиклем күләмдә премия күсерә, ләкин өс мең һумдан артыҡ түгел. Аҡсаны 3-6 йыл йыйырға кәрәк. Өс йыл үткәс, йә уны алаһығыҙ, йә артабан йыйыуҙы дауам итәһегеҙ. Беренсе иғәнә өсөн аҡса йыйылып бөткәс, һеҙ торлаҡ йәки льготалы ипотека алырға хоҡуҡлы. Программала республикала даими йәшәгән, 18 йәштән өлкән булған бөтә кешеләр ҙә ҡатнаша ала.
Тәүге иғәнәлек аҡсағыҙ йыйылғас, программа сиктәрендә льготалы ставка менән ипотека алырға хоҡуғығыҙ бар. Уның ставкаһы – йылына 6-7 процент самаһы. Ставканың аныҡ күләме кредиттың ваҡытына һәм күләменә бәйле. Шул уҡ ваҡытта килешеүҙә теркәлгән процент ставкаһы кредитты ҡаплау осоронда үҙгәрмәйәсәк тигән гарантия бирелә. Программа шарттарына ярашлы, займдың максималь кимәле – 1,5 миллион һум, һәм ул туғыҙ йылға бирелә. Әгәр йыйылған аҡсағыҙ һәм льготалы ипотека һеҙ теләгән фатир өсөн етмәһә, банктарҙан баҙар ставкаһы буйынса икенсе кредит алып өҫтәү хоҡуғығыҙ бар.
Был аҡсаға фатир йәки бүлмә (шул иҫәптән икенсел) һатып алырға, өй һалырға йәки шәхси йорт өсөн ер участкаһы алырға мөмкин. Бында төп шарт – торлаҡ Башҡортостан биләмәһендә булырға тейеш. Әйткәндәй, был аҡса менән хатта алдан алынған ипотеканы ла ҡапларға була.
Әгәр һеҙ бөтә сумманы йыйҙығыҙ йәки, мәҫәлән, иҫке фатирығыҙҙы һаттығыҙ һәм башҡаса дәүләт ярҙамына мохтаж түгелһегеҙ икән, банкка хәбәр итеп, нимә теләйһегеҙ, шуны һатып ала алаһығыҙ. Программала ирле-ҡатынлылар ике ҡатнашыусы булараҡ теркәлә һәм бер фатир һатып ала. Ләкин һәр кем ай һайын 3-10 мең һум аҡса индерергә тейеш.
Әле республикала был программаны финанслауҙы 2,5 тапҡырға арттырырға йыйыналар. Унда ҡатнашыусылар һаны 10-11 мең кешегә етәсәк, тип күҙаллана. Республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов белдереүенсә, быйыл республика бюджетынан программаны тормошҡа ашырыу өсөн 235 миллион һум аҡса бүленәсәк. Сағыштырыу өсөн: былтыр финанслау күләме 106 миллион һум тәшкил иткән.
Тәүге льготалы ипотека кредиттарын биреү 2017 йылда башланғайны. Ошо ваҡыт эсендә 1300-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәшкән. Бөгөн программала 4122 кеше ҡатнаша. Әлеге мәлдә республика Хөкүмәте кредит ойошмалары менән һөйләшеүҙәр алып бара һәм ставканы йылына 5-5,5 процентҡа тиклем төшөрөү мөмкинлеге ҡарала.
Башҡортостандың был торлаҡ баҙарындағы ыңғай тәжрибәһе илдең Төҙөлөш министрлығы тарафынан билдәләнде һәм уны Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә индерергә кәңәш ителде. “Жилстройсбережение” программаһы халыҡтың финанс аңлылығын күтәреү өсөн дә яҡшы мөмкинлек. Ғаилә оҙайлы ваҡытҡа дөрөҫ һәм аңлы итеп үҙенең финанс планын төҙөй ала.
Программала ҡатнашырға теләйһегеҙме? Һорауҙарығыҙ ҡалдымы? Республиканың ипотека-туплау механизмдарын һәм программаларын үҫтереү дирекцияһына +7 (347) 285-00-97 номеры буйынса шылтыратығыҙ.