Ташҡынға әҙербеҙ13.03.2019
Әммә һыу күләме һауа торошона ла бәйле.

Башҡортостандағы төп йылғаларҙа яҙғы ташҡын осоронда һыу кимәленең күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 10—15 процентҡа түбән булыуы күҙаллана. Шуға күрә Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Бөрөлә ташҡын әллә ни көслө булмаясаҡ тип көтөлә. Башҡортостан Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы начальнигы Вилора Горохольская төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе.

Шул уҡ ваҡытта Сибай эргәһендә хәл ҡатмарлы булмаҡсы. Бында ҡарҙағы һыу тупламы норманан 76 процентҡа юғарыраҡ. Шуға күрә ҡар йылдам ирегән осраҡта һыу баҫыуы ихтимал. Ағиҙел һәм Өфө йылғалары буйынса аныҡ фараз 25 марттан һуң әҙерләнәсәк. Урал йылғаһы бассейнында боҙ китеүе норманан ике-өс көн­гә иртәрәк, йәғни 6—11 апрелдә көтөлә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми­нистр­лығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов әйтеүенсә, боҙ киткән осорҙа Белорет, Бөрйән, Архангел, Саҡмағош һәм Ҡариҙел райондары йылға­ларында һигеҙ боҙ тығыны булыуы ихтимал. Уларҙы бөтөрөү өсөн 14 техника берәмеге һәм шарт­латҡыстар һалыу буйынса ете команда йәлеп итеү планлаштырыла.

Халыҡты эвакуациялау планы ла бар. Улар өсөн 659 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнә. Ғәҙәттән тыш хәл тыуа ҡалһа, 12 мең кешенән һәм 3 меңдән ашыу техника берә­ме­генән торған төркөмдәр ойошторолған.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡа­рыу­сы Мирхәйҙәр Фәтхуллин әйте­үенсә, әле Башҡортостанда 491 гидротехник ҡоролма файҙаланыла, шуларҙың 90-ында хоҡуҡты билдәләү документтары тултырыла. Милексеһе билдәләнмәгән ҡоролмаларға кил­гәндә, эште йыл аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана. Әле милексеһе булмаған 63 гидротехник ҡоролманың ташҡынға әҙерлеге тикшерелә.


Вернуться назад