Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенә әсәлек (ғаилә) капиталын сабыйҙың балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүе өсөн түләүгә тотонорға тәүге ғариза бирелде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2011 йылдың ноябренән әсәлек капиталын уҡыу өсөн генә түгел, ә баланың баҡсала тәрбиәләнеүенә түләргә лә рөхсәт ителде.
Аҡсаны ошо маҡсатҡа файҙаланыу өсөн сертификат хужаһына Пенсия фонды бүлексәһенә ғариза һәм белем биреү учреждениеһы менән төҙөлгән килешеүҙе тапшырырға кәрәк. Килешеүҙә аҡсаның күләме, ҡайһы айҙа, кварталда йәки йылда түләнәсәге күрһәтелеүе мотлаҡ.
Әле республикала 130 мең кешегә әсәлек капиталына сертификат бирелгән, туғыҙ меңенә — быйыл. Уларҙың 55 меңдән ашыуы уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, йорт төҙөлөшөнә йәки кредит ҡаплауға, 737-һе балаһының уҡыуына йүнәлткән, 22 әсә буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөн арттырырға теләгән. 23 мең кеше уны тулыһынса файҙаланған.
Әсәлек капиталы тураһындағы Федераль закон тормошҡа ашырыла башлағандан бирле, Башҡортостан, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, Рәсәй буйынса алдынғы урындарҙы биләй.
Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.