Медицина объекттары төҙөлөшөнә - финанс ярҙам12.03.2019
Рәсәй парламентының юғары палатаһында Социаль сәйәсәт буйынса комитеттың киңәйтелгән ултырышы булды. Унда Башҡортостандан делегация вәкилдәре ҡатнашты.

Федерация Советында республикабыҙҙағы дүрт һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлөшөн финанслау тәҡдим ителде.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин төп доклад менән сығыш яһап, республиканың медицина тармағын мәғлүмәтләштереүҙе үҫтереү буйынса ил төбәктәре араһында алдынғы урында барыуын билдәләне, видеобәйләнеш аша дистанцияла консультация биреү үҙәгенең эше һәм башҡа заманса алымдар хаҡында һөйләне.

Комитет ултырышында Башҡортостан биләмәһендәге дүрт һаулыҡ һаҡлау объектын федераль адреслы программаға индереү мәсьәләһе күтәрелде.

“Был тәү сиратта – Республика кардиология үҙәгенең һауыҡтырыу корпусын реконструкциялау һәм яңы хирургия корпусы төҙөү. Проекттың дөйөм хаҡы 6,3 миллиард һумға баһалана, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Бынан тыш, Республика клиник дауаханаһы поликлиникаһының яңы корпусын (хаҡы – 1,9 миллиард һум самаһы), БДМУ клиникаһы базаһында Дауалауҙың инновациялы алымдары үҙәген (1,1 миллиард һум), Республика балалар клиник дауаханаһының онкогематологик үҙәген (2 миллиард һум тирәһе) төҙөү мәсьәләһе тора.

Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу республикала медицина ярҙамының сифатын арттырыуға ныҡлы булышлыҡ итәсәк”.


Вернуться назад