Бөгөн Ижевск ҡалаһында Волга буйы федераль округы Советы ултырышы үтте. Ул талантлы йәштәрҙе табыу, үҫтереү мәсьәләләренә арналды.Ултырышта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.
“Фән һәм етештереү өлкәләре үҫешендә яҡшы күрһәткестәргә кадрҙарҙы яңыртмайынса һәм йәш белгестәрҙе системалы рәүештә әҙерләмәйенсә өлгәшеү мөмкин түгел. Ил Президенты аныҡ бурыс ҡуйҙы: һөнәри белем биреүҙең барлыҡ кимәлдәрендә дәрес программаларын яңыртырға, әле формалашҡан тармаҡтар өсөн кадрҙар әҙерләүҙе ойошторорға тейешбеҙ”, – тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров.
Алда ике көнүҙәк мәсьәлә тора: талантлы йәштәрҙе һөнәре буйынса өлкәгә ылыҡтырыу һәм артабан үҫтереү. Ошо маҡсат тормошҡа ашырылмайынса, һәләтле балаларҙы уҡытыу, төрлө яҡлап әҙерләү эше теләгән һөҙөмтәне бирмәйәсәк.
Талантлы сығарылыш уҡыусыларына ғилми-етештереү предприятиелары, бизнес, дәүләт власы органдары тарафынан иғтибар аҙ. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн ултырышта ҡатнашыусылар Рәсәйҙең Мәғариф министрлығына һәләтле йәштәрҙең берҙәм электрон реестрын булдырырға тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә эш биреүселәргә яҡшы белгестәрҙе һайлап алыу мөмкинлеге асыласаҡ.
Урындарҙа һәләтле йәштәрҙе хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү буйынса төбәк операторҙары булырға тейеш тип белдерҙе ултырышта ҡатнашыусылар.