Хәйбулла районының инвалидтар ойошмаһы тарафынан йыл да Таналыҡ боҙонда ҡышҡы балыҡ тотоу сараһы ойошторола.Был көндә лә йылға буйы йыр-моңдан, гармун тауышынан яңғырап торҙо. Кемдер мәке уйып, балыҡ ҡармаҡларға ултырһа, икенселәр бер-береһе менән ихлас аралашты, күңел асты.
Ойошма етәксеһе Гөлсирә Хәкимова әйтеүенсә, ярышҡа утыҙҙан ашыу кеше килгән. Аҡъяр, Степной, Бүребай, Татырүҙәк, Ғәлиәхмәт, Йәнтеш һәм башҡа ауылдарҙан йыл да ҙур теләк менән ҡатнашалар.
– Бындай сара һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн үҙен һынап ҡарау ғына түгел, ә осрашып аралашыу урыны ла. Ана өшөп киткәндәр гармунсыбыҙ Шәфҡәт Ғәббәсовтың дәртле көйөнә тәнен яҙып, бейеп тә ала. Саф һауала балыҡ тотоу – кинәнес тә, тәүәккәллек тә, – ти Гөлсирә Хәкимова.
Ярышта беренсе урынды Өфө ауылынан Риф Мансуров алды. “Иң ҙур балыҡ” номинацияһында еңеүгә Федоровканан Радик Йәнбирҙин өлгәшһә, “Иң оло ҡатнашыусы” исеменә 80 йәшлек Байкал Туҡбаев (Бүребай) менән етмешен тултырған Хөмәйрә Латипова (Аҡъяр) лайыҡ булды. Ә бына “Иң йәш ҡатнашыусы” – Степной ауылынан 28 йәшлек Айтуған Ҡыуатов.
Балыҡ тотоусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.