24 мартта “Аҡбуҙат” ипподромында Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү уңайынан республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” тип аталған беренсе ат турниры була.Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров халыҡты унда тамашасы сифатында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
“Башҡорт өсөн ат – “беҙҙең барыһы ла”. Ул – эшсе лә, яугир ҙә, байлыҡ та һ.б. Әлбиттә, хәҙер әһәмиәте үҙгәрҙе, әммә республикала аттарҙы элеккесә ныҡ яраталар. Ун меңләгән кеше беҙҙең үҙенсәлекле башҡорт тоҡомон үрсетеү менән шөғөлләнә. Был эште мотлаҡ хуплап торасаҡбыҙ һәм үҫтерәсәкбеҙ.
Беҙҙең турнир, әлбиттә, рәсми түгел, аттарыбыҙ донъя рекордын да ҡуймаясаҡ, әммә бындай сара һәр ваҡыт – ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.
Турнирға билдәле спортсылар, спорт ветерандары, ижади йәштәр, республиканың йәштәр йәмәғәт ойошмалары йәлеп ителәсәк. Ярыштарҙың беренсе этабында Баймаҡ, Әбйәлил, Әлшәй, Дыуан райондары командалары ҡатнаша. Төп үҙенсәлек шул: һуңғы урауҙа жокейҙар аттары менән алмашасаҡ.
Турнир Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Бәйге” проектының бер өлөшө буласаҡ.