Салауат ҡалаһында ике класташ араһында баскетбол тубы арҡаһында килеп тыуған низағ насар тамамланды. 14 йәшлек үҫмер 13 йәшлек иптәшенең эсенә йоҙроғо менән һуғыу арҡаһында тегеһенең һаулығына ауыр зыян килә – табиптар уға операция яһап, талағын алып ташлай.
Ҡала буйынса тәфтиш комитеты “һаулыҡҡа күрәләтә ауыр зыян килтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. 14 йәшлек үҫмергә яуап тоторға тура киләсәк.