Гидрологтар Башҡортостанда йылғаларҙың боҙҙан әрселер мәлен фаразланы.
Бәләкәй дала йылғаларында боҙ күпселек осраҡта 8-15 апрель тирәһендә китер тип күҙаллана. Ағиҙелдә иһә – 9-12 апрелдә.
Әле боҙ ҡалынлығы 27-65 сантиметр тәшкил итә, был нормалағынан байтаҡҡа аҙыраҡ. Көндәрҙең йылыныуы сәбәпле, һыу ҡарандары барлыҡҡа килә, шәре сыға. Шуға күрә һаҡ булырға кәрәк.