Пособие икеләтә тиерлек арта12.03.2019
Рәсәй Президенты Владимир Путин инвалид бала тәрбиәләүселәргә түләнгән пособиелар күләмен арттырыуға ҡағылышлы яңы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта ул февралдәге Мөрәжәғәтнамәһендә тәҡдим иткәйне.

Уға ярашлы, ағымдағы йылдың 1 июленән 1-се төркөмгә ҡараған инвалид баланы тәрбиәләгән кеше 10 мең һум пособие аласаҡ. Әлеге ваҡытта был сумма 5,5 мең һумға тиң.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең төбәктә яңы иҫәпләүҙәргә Урал коэффициенты ла ҡушыласаҡ һәм эшләмәгән, 1-се төркөм бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә 11 500 һум пособие тәғәйенләнәсәк. Әле был сумма 6 200 һумға тиң

Пенсия фонды хәбәр итеүенсә, ата-әсәләргә бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй, яңы пособие автоматик рәүештә күсереләсәк.
Республикала әлеге көндә 16600 инвалид бала иҫәпләнә.



Вернуться назад