Башҡортостан Хөкүмәте Федерация Советына мәғариф өлкәһендәге өс проектты финанслау мәсьәләһендә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитетының киңәйтелгән ултырышында республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, өс объектты төҙөү тураһында һүҙ бара. Шуларҙың икәүһе Стәрлетемаҡ районының Шахтау һәм Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаларында яңы мәктәптәр һалыуға ҡағыла. Һәр белем усағы 340 уҡыусыға иҫәпләнә. Төҙөлөштө йыл аҙағына тиклем тамамлау ҡарала.
Тағы ла бер мөһим объект – Өфөлә ҙур вуз-ара ҡаласығын асыу. Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, юғары уҡыу йорттары ҡарамағындағы дөйөм ятаҡтарҙа урындар етешмәй. Шуға күрә проектты тормошҡа ашырыуға ихтыяж ҙур.
– Проектты ҡарарға әҙербеҙ, Башҡортостан Республикаһынан тәҡдимдәр көтәбеҙ, – тине Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы департаменты директоры Эдуард Мөхтәров.