«Ҡарлуғас» һыуҙы иҫәпләй12.03.2019
«Сибай һыу каналы» йәмғиәте республикала тәүгеләрҙән булып «Ҡарлуғас» инновациялы системаһын ҡуллана башланы. Коммуналь ресурстарҙы иҫәпләү ҡулайламаларын автоматлаштырыу буйынса программа ете йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ. Был тәңгәлдә ҡулланылған «аҡыллы» иҫәп приборҙарының эшмәкәрлеге былтыр «Урал аръяғы-2018» иҡтисади форумында ла күрһәтелде.

Әле бөтә ҡаланы, шулай уҡ Төйәләҫ, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаларын, башҡа яҡын-тирә биләмәләрҙе үҙ эсенә алған ике станция эшләй. Улар бер юлы дүрт миллион ҡулланыусыны хеҙмәтләндереү мөмкинлегенә эйә. «Сибай һыу каналы» предприятиеһы иһә бөгөн 35 меңдән ашыу ҡулланыусы менән эшләй. Йәмғиәттең һыу менән тәьмин итеү һәм һыу һурҙырыу станцияларында һыуға контроллек иткән приборҙар, баҫымды һәм температураны көйләү ҡулайламалары ҡуйылған. Уларҙың барыһы ла предприятиеның диспетчер хеҙмәтендәге берҙәм автоматлаштырылған идара итеү системаһына, йәғни серверға, тоташҡан.

– Йыл ярым эсендә «Ҡарлуғас» системаһының 1200 иҫәпләү ҡулайламаһы ҡаланың биш йортона ҡуйылған. Был йорттарҙағы фатирҙарҙан мәғлүмәт LPWAN технологияһы буйынса диспетчер хеҙмәтенә ебәрелә. Белешмәләр ышаныслы һаҡланған, мәғлүмәтте ҡулланыусылар шәхси кабинет аша күҙәтеп бара ала. Иҫәпләү ҡулайламаһын үҙаллы алмаштырырға теләү, йәки уға магнит ҡуйыу осрағы шунда уҡ диспетчер пультында сағыла. Ҡулланыусылар өсөн тағы бер уңайлы яғы шул: шылтыратып йәки яҙма рәүештә белешмә биреү кәрәкмәй. Тотонолған һыу күләмен ҡулайлама үҙе иҫәпләй, шуға ҡарап, белгестәр түләү хаҡын билдәләй, – ти йәмғиәт директоры Таһир Муллоджанов.


Иҫәпләү ҡулайламаларының хеҙмәт итеү ваҡыты 12 йыл. Әгәр ябай өлгөгә алты йыл һайын тикшереү үткәреү йәиһә алмаштырыу талап ителһә, «Ҡарлуғас» системаһы бындай хеҙмәткә мохтаж түгел. Шулай уҡ яңы ҡулайлама авария эҙемтәләрен тиҙерәк бөтөрөүгә булышлыҡ итә, һыу әйләнеше баҫымын көйләй.

«Ҡарлуғас» системаһы урынлаштырылған Клара Цеткин урамының 10/1 йортонда йәшәгән халыҡ уның уңайлыҡтарын һанай.
– Белешмәләр бирмәйбеҙ, һыуҙы күпме тотонабыҙ, шуға ҡарап түләйбеҙ, иҫәпләү приборҙарының гарантияһы ҙур, эшмәкәрлектәрендә боҙоҡлоҡтар була ҡалһа, ойошма хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре алмаштыра, – ти Надежда Петровна.

Әйткәндәй, Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән килгәндә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев был заманса система эшмәкәрлеген күҙәтеп, ысулды бөтә республикала таратыу йәһәтенән эште тиҙләтергә кәрәклекте белдерҙе.


Вернуться назад