11-22 мартта Белорет районында “Үлем менән ҡайҙа һатыу итеүҙәрен хәбәр ит!” Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы көрәш акцияһы сиктәрендә саралар үтә.
Заман афәте менән һатыу итеү, һаҡлау, таратыу урындарын белгән һәр кем, тәүлектең ниндәй ваҡытында булһа ла, ошо турала шылтыратып хәбәр итә ала. Мәғлүмәттең кемдән алынғаны сер итеп һаҡлана, бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, ти полиция хеҙмәткәрҙәре.