51 кешегә операция яһалды!12.03.2019
Өфө күҙ ауырыуҙары институты табиптары Учалы районында булды. Медицина фәндәре кандидаты, институттың өлкән ғилми хеҙмәткәре Миңнулла Әбсәләмов менән Учалы үҙәк дауаханаһының күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире Зөлфиә Хәҙисова катаракта диагнозы ҡуйылған 51 пациентҡа операция яһаны.

Райондың үҙәктән алыҫта урынлашыуын иҫәпкә алып, бындай күсмә операциялар киләсәктә лә ойоштороласаҡ, тип күҙаллана.



Вернуться назад