Ҡауҙы был юлы кемгә осоп килер?12.03.2019
Ҡауҙы был юлы кемгә осоп килер?Бәләбәй балалар йортонда 15 мартта “Ҡауҙы көнө” социаль проекты сиктәрендә саралар үтәсәк. Унда балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр буласаҡ ата-әсәһе менән таныша ала.

Тәүге тапҡыр бындай ғәҙәти булмаған танышыу сараһы Өфөләге Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортонда ойошторола, аҙаҡ уны республиканың башҡа балалар йорттары ла элеп ала. Сара еңелсә аралашыу мөхитендә үтә, өлкәндәр һәм балалар бергә уйнай, ниндәйҙер бурыстар үтәй – ошо рәүешле бер-береһен яҡыныраҡ белә. Проект арҡылы 70-тән ашыу етем бала ғаиләгә урынлаша алды.

Бәләбәйҙә үтәсәк “Ҡауҙы көнө” Бәләбәй һәм Шабай балалар йорттарында тәрбиәләнгән 40 балаға яҡын-тирәләге һигеҙ райондан опека һәм попечителлек органдарында иҫәптә торған буласаҡ ата-әсә менән осрашыу мөмкинлеген бирә. Улар өсөн бай программа әҙерләнгән: конкурстар, викториналар, уйындар. “Түңәрәк өҫтәл”дә буласаҡ ата-әсәләр ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар ала, белгестәр менән кәңәшләшә ала.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың 15 балалар йортонда 500 самаһы бала тәрбиәләнә.



Вернуться назад