Коллекторҙар ыҙалатамы?12.03.2019
Башҡортостан халҡы өсөн республика Суд приставтары хеҙмәте махсус тикшереү әҙерләне. Ул коллекторҙар һәм кредиторҙар эшмәкәрлегенә ҡағыла. Һорау алыу бер нисә вариант яуаптан торған ҡәҙимге интервью рәүешендә үткәрелә. Һуңынан тикшереүҙә ҡатнашҡан кешеләр менән суд приставтары бәйләнешкә инеп, килеп тыуған хәл буйынса кәңәш бирәсәк.

Белгестәрҙе теге йәки был тораҡта ниндәй микрофинанс ойошмалары эшләүе, уларҙың граждандарҙың хоҡуғын боҙоу-боҙмауы ҡыҙыҡһындыра. Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса приставтар коллекторҙар эшмәкәрлегенән айырыуса ыҙалаған ауыл-ҡалаларҙа планлы рәүештә рейд уҙғарыу графигын төҙөйәсәк.


Вернуться назад