Һуңғы көндәрҙә көндөҙ йылыта ла төнөн ныҡ ҡына туңдыра. Һөҙөмтәлә юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килә. Кешеләр тайып ҡолай, машиналар туҡтай алмай шыуып китә... Травмпункттарға мөрәжәғәт итеүселәр күбәйә.
Һауа торошона бәйле, Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре көсәйтелгән эш режимына күсерелде. Эшселәр хәүефле юл участкаларына айырыуса ҙур иғтибар бирә – текә үрҙәргә, күперҙәргә, үткәүелдәргә, тротуарҙарға, ихаталарға ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы һибелә.
Шулай уҡ ҡыйыҡтарҙан ҡар, боҙ шыуыуы тураһында ла иҫкәртәләр. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 112 телефон һаны буйынса шылтыратырға кәрәк.