Шишмәлә хәрби парк төҙөләсәк12.03.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары – ил Ҡораллы Көстәренең Баш хәрби-сәйәси идаралығы начальнигы Андрей Картаполов менән осрашты.

Офицер “Сүриә һынылышы” федераль хәрби-патриотик акция сараларында ҡатнаша. Ошо проект сиктәрендә Өфө тимер юлы вокзалына Сүриәләге хәрби хәрәкәттәр ваҡытында тартып алынған 500-ҙән ашыу бронетанк һәм инженер техникаһы, ҡорал һәм шартлатҡыс өлгөләре тейәлгән эшелон килде. Вокзалда Ҡораллы Көстәр сафына контракт буйынса һайлап алыу пункты ла эшләне.

Андрей Картаполов әйтеүенсә, Өфөләге хәрби экспозицияны күп кенә халыҡ ҡараған. Килешеү нигеҙендә хеҙмәт итергә теләгән егеттәр ҙә байтаҡ булған.

Осрашыу барышында Шишмә районындағы элекке хәрби ҡаласыҡ биләмәһендә патриотик парк төҙөү буйынса фекер алышылды.

– Беҙ хәрби-патриотик саралар үткәреү өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡ булдырырға ниәтләйбеҙ. Унда күргәҙмәләр комплексы, хәрби-тактик уйындар үҙәге, тарихи реконструкция зонаһы, хәрби техника музейы төҙөргә була, әммә бының өсөн биләмәне республика ҡарамағына тапшырырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.


Андрей Картаполов республика башланғысын хуплап, ундай комплекс базаһында йыл әйләнәһенә өлкән класс уҡыусыларының хәрби йыйынын уҙғарыу мөмкинлеген белдерҙе.



Вернуться назад