Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны. Ул – боганид еҙмыйығы (боганидский голец). Был ҡарар менән Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡта ла килештеләр.
Боганид еҙмыйығы Себер күлдәрендә йәшәй, ите файҙалы микроэлементтарға бай. Шул уҡ ваҡытта унда йөрәк, бауыр, ашҡаҙан-эсәккә файҙалы “Омега-3” витамины ла бар. Был май кислотаһының миҡдары бер грамм балыҡ итендә 33 миллиграмм булыуы асыҡланған. Ошоноң өсөн дә боганид еҙмыйығы “абсолют чемпион” тип һанала.
“Красноярск ғалимдарының һығымтаһы иғтибарға лайыҡ”, – тип белдерҙеләр Рәсәй Фәндәр академияһында. Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Илья Шестаков иһә был ҡиммәтле балыҡты һәр кемдең һатып алыу мөмкинлеге юҡлығын, уның бик аҙ күләмдә тотолоуын билдәләне. Әммә, уның ҡарауы, иваси менән туҡланырға була – тоҙланғаны ла, туңдырылғаны ла күп. Был балыҡ файҙаһы буйынса еҙмыйыҡтан саҡ ҡына ҡалыша.
Тағы ла бер мәғлүмәт. Ҡыҙыл ыуылдырыҡтың, файҙаһынан тыш, кире яҡтары ла билдәле. Мәҫәлән, кемдәр аллергия сиренән яфалана, уларға бөтөнләй ашарға ярамай.