1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр булған йылтырмаға тотабыҙ.
2. Балыҡсыға был ваҡытта ниндәй хәрәкәттәр эшләргә кәрәк? Мәкегә төшөргәс, йылтырманы бер аҫҡа, бер өҫкә хәрәкәт иттереү отошло. Яҡындағы бар алабуғалар йыйыласаҡ. Йылтырманы бер-ике тапҡыр йылдам ғына ҡыбырлатып та алһағыҙ, балыҡ эләгеп тә сығыр.
3. Шул мәлдә һыла йәки суртан ҡабыуы ихтималмы? Һыла бик һирәк эләгә, ә бына вағыраҡ суртандарҙың тынғы бирмәүе бар.
4. Көйәнтәле йылтырма яҡшымы, әллә ябайымы?Тәүгеһе, әлбиттә. Ни өсөн тигәндә, ябай йылтырмала – бер ҡармаҡ, балансирҙа – өсәү.
5. Тәүге боҙҙа балыҡты ниндәйерәк урындарҙан эҙләргә?Яңы туңған күлдә, йылғала ярайһы ҙур суртан эләктерергә мөмкин. Уны яр буйындараҡ йәки ҡамышлы урындарҙа, һайҙа эҙләргә кәрәк. Тик боҙҙоң йоҡалығын иҫтән сығарырға ярамай.
6. Яҙғы боҙҙа йыртҡыс балыҡтарҙы ҡайҙан тоторға мөмкин? Яҙ етә башлау менән суртан һәм башҡа йыртҡыс балыҡтар ныҡ туҡланырға тотона – ыуылдырыҡ сәсергә кәрәк бит. Ошо осорҙа уларҙы йылғаның бөтә урынында ла тоторға була.
7. Суртан, һыла, алабуға ҡайһы ваҡытта йылтырмаға эләгә?Йылтырманы ҡапыл өҫкә күтәрәһең дә аҫҡа төшөрәһең. Ул ергә яҡын ваҡытта балыҡ ҡабыусан. Бигерәк тә суртан.