Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?12.03.2019
Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә. Кем, ҡасан уйлап сығарған – билдәһеҙ, әммә уны балыҡсылар үткән быуаттың 30-сы йылдарында уҡ ҡулланған. Быуат уртаһында иһә барыһы ла тиерлек боҙ аҫтынан мормышка менән ҡармаҡлаған.

Бөйөк балыҡсы Л.П. Сабанеев яҙма­ла­рында шуға оҡшаған ырғаҡ тураһында телгә ала, тик мормышка һүҙен генә ҡулланмай: “…Обь йылғаһында һыу туңғас, алабуғаны бәләкәй генә ялтырауыҡ ҡармаҡҡа тота башлайҙар. Уны ипләп кенә күтәрәләр ҙә яй ғына төшөрәләр. Боҙ ҡалынайғас, ырғағына селәү йә ҡарышлауыҡ ҡуялар”.

“Мормышка” һүҙе мормыш тигән һыу бөжәге исеменән алынған. Ул күбеһенсә таш аҫтында була, үҙен дә ырғаҡҡа ем итеп эләктерергә мөмкин.
Мормышканың барлыҡҡа килгәне хаҡында икенсе төрлө һөйләгәндәр ҙә бар. Йәнәһе, балыҡсының батырғысы ырғағына тиклем шыуған да, табыш тағы ла яҡшыраҡ эләгә башлаған. Ҡыуанып, был кеше батырғысын ырғаҡҡа бөтөнләй йәбештереп ҡуйған. Һөҙөмтәлә мормышка барлыҡҡа килгән.

Мормышка ырғаҡҡа ҡуйылған емде һыуҙың төбөнә еткереү өсөн хеҙмәт итә һәм уйнатҡанда хәрәкәтте дөрөҫ эшләү мөмкинлеген бирә. Төрҙәре бихисап. Кибеттә һатылғандарҙан тыш, һәүәҫкәр балыҡсылар үҙҙәре лә оҫта итеп эшләп ала.

Шартлы рәүештә мормышка ике төргә бүленә: ем ҡуя торған һәм емһеҙ ҙә тоторға мөмкин булған. Хәҙер уларҙың төрлө төҫкә буялғандары, ялтырҙары бар. Емһеҙ тота торғандарына балыҡсылар тарафынан төрлө исем бирелгән. Мәҫәлән, “кәзә”, “шайтан”, “ен” тип аталған ҡармаҡтар бар. Ябай мормышкаларға ваҡ селәүсен, ҡарышлауыҡ кейҙерелһә, емһеҙ тота торғандарына – ялтырауыҡ сәйлән.

Балыҡҡа яңы йөрөй башлағандарға өйрәнеү өсөн иң алда ем ҡуя торған мормышканы ҡулланырға кәрәк. “Үҙем яһап алам” тип дәртләнгәндәргә бер кәңәш. Ҡурғашты иретеп, ҡалып-формаға ҡойғанда һаҡ булығыҙ: бармаҡты һөйәгенә еткәнсе яндырырға мөмкин.

Табан, алабуға, сабаҡ балыҡтарын бер үк мормышкаға тоторға була. Уны эшләү өсөн ҡурғаш, 12-14-се һанлы ырғаҡтар, йәбештергес ҡорал, елем, май кәрәк. Тик ырғаҡтарҙы тикшереп алырға кәрәк: бер һауытҡа һалынһа ла, төрлө булыуҙары ихтимал.


Вернуться назад