Тарихты дөрөҫ яҙайыҡ12.03.2019

Күсейҙә белем биреү Фазулла хәлфә мәктәбенән башланған.

1954 – 1962 йылдарҙа Баймаҡ районының Күсей мәктәбендә уҡыным, дипломлы белгес рәүешендә хеҙмәт юлымды туған мәктәбемдә башланым һәм ете йыл уҡытыусы, директор урынбаҫары булдым. 42 йылдан ашыу рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. Тыуған ауылым менән бәйләнеш бер ҡасан да өҙөлмәне.

Ауылым, мәктәбем яҙмышына битараф түгелмен, шуға күрә фекерҙәрем, миңә билдәле булған дәлилдәр менән уртаҡлашырға теләйем, сөнки бөгөнгө йәштәр күп мәғлүмәтте белмәй, ә ҡайһы берәүҙәр үткәндәр тураһында ялған хәбәр таратыуҙан тартынмай.

Фазулла хәлфә йорто

Беҙгә билдәле булыуынса, Күсейҙә революцияға тиклем мәсет һәм мәҙрәсә булған. Мәҙрәсәнең тәүге мөғәллиме булып Ырымбур губернаһында билдәле, уҡы­мышлы хәҙрәт – Хөснөтдин Мөхәмә­тов, унан һуң Хәйербәшер Әхмәтов эшлә­гән. 2011 йылда мәҙрәсәнең 130 йыл­лығына арнап бик матур сара үткәрел­гәйне, ләкин революцияға тиклем Күсейҙә тағы бер белем усағы булған. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Р.И. Үтәғолов (ваҡытында район хакимиәтенең мәғариф бүлеген етәкләне) 1905–1907 йылдарҙан һуң райондың ҡайһы бер ауылдарында, шул иҫәптән Күсейҙә лә, яңы типтағы мосолман йәҙит мәктәптәре асылыуы тураһында яҙа. Уларҙа Ҡөрьәндән тыш донъяуи предметтар — математика, тарих, география һәм башҡа фәндәр уҡытылған, парталар һәм класс таҡталары индерелгән.

Күсейҙә йәҙит мәктәбен кем асҡан һәм ул ҡайҙа урынлашҡан? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, күп кенә кеше менән аралашырға тура килде һәм шуны белдем: үткән быуат башында ауылда бик көслө Фазулла Ялалетдин улы Рәсүлев тигән хәҙрәт булған. Халыҡ уны Фазулла хәлфә тип йөрөткән.

Элекке ололар ауылдың тәүге ағас мәктәбен “Фазулла хәлфә мәктәбе” тип һөйләгән. Мәктәп янында бейек таҡта ҡапҡалы ҙур йорт булды, эргәһендә ҙур тирәге һәм оҙон таш келәте бар ине. Халыҡ уны “Фазулла хәлфә йорто” тигән. Унда 80-се йылдар уртаһына тиклем барлыҡ мәктәп директорҙары йәшәп китте, таш келәт мәктәптең оҫтаханаһы итеп файҙаланылды.

Былтыр йәй донъя ҡуйған 89 йәшлек Зәкирә Бикмөхәмәт ҡыҙы Бикҡолова (Баймаҡта йәшәне) үҙенең һеңлеһе Шәһиҙә Байрамғоловаға “Күсейҙең ағас мәктәбе — Фазулла хәҙрәттән ҡалған мәктәп” тип һөйләп ҡалдыра. Хәҙрәттең ейәнсәре — Иҫке Сибайҙан 85 йәшлек Зөһрә апай Сөләймәнова былай тип әйтте: “Беҙҙең олатайҙың Күсейҙә мәктәбе булған, бер бүлмәһендә ауырыуҙарҙы дауалаған, тигәнде йыш ишеттем”.

Үҙемдең уҡыусым, һуңынан коллегам булған, оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында бергә эшләгән Фәзилә Әхмәтйән ҡыҙы Әхмәтова мәктәптәге ҡайһы бүлмәләрҙең Фазулла хәлфәнән ҡалғанлығы тураһында бәләкәй сағынан белгәнен әйтте. Уларға был турала тәүге уҡытыусылары Сәлихә Ғәббәс ҡыҙы Сәйғәфәрова һөйләп ҡалдырған.

Фазулла хәлфә, уның мәктәбе, йорто тураһында йәштәштәремдән Ш. Байназарова, А. Иҫәнбаева, Д. Ишкилдин, Н. Әхмәтов ата-әсәләренән ишетеп белә.

Оло йәштәге Әлимә апай Ишкилдина мәктәп мөйөшөндәге ике бүлмәлә Фазулла хәлфәнең туғаны Әхтәмдең улы Зиннә­тулла Рәсүлевтең йәшәүен әйтте. Беҙҙең ваҡытта унда директор һәм уҡытыусылар бүлмәһе булды.

Фазулла хәлфәнең мәктәбе ике бүлмә­нән торған, береһе бик ҙур ине, өс тәҙрәһе баҡсаға ҡараны, унда иң күп кластар уҡыны, мәктәп саралары үткәрелде. Кино ла күрһәтелде, унда 40-50 кеше һыя ине.

Эргәһендәге ишек аша бәләкәй бүлмәлә иһә 10-лап ҡына бала уҡый алды, VIII клас­та беҙ (туғыҙ бала) шунда белем алдыҡ.
Һуңынан Зиннәтулла Рәсүлевтең өйө ағаһының мәктәбе менән тоташтырыла, төрлө йылдарҙа төкәтмәләр яһап, мәктәп ҙурайтыла. 1936 йылда Әсмә Баймыр­ҙинаның балалары яҙғанса, мәктәп түгел, ә сираттағы класс бүлмәһе төҙөлгәндер.

Совет мәктәптәре

Белеүебеҙсә, совет мәктәптәре асыу ту­раһында ҡарар сыҡҡас, мәҙрәсәләрҙе һәм дини мәктәптәрҙе күпләп яба баш­лай­ҙар. Мәҫәлән, IХ-ХI кластар өсөн “Баш­ҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” дәрес­ле­гендә ошондай һандар килтерелә: “1919/20 уҡыу йылында Өфө губерна­һын­да 91 мәҙрәсә һәм 250 мәктәп “совет мәк­тәптәре” тип үҙгәртелә. Уларҙың мөлкәте тартып алына һәм урындағы мәғариф бүлектәре ҡарамағына тапшырыла”.
Ырымбур губернаһында ла шундай уҡ хәлдәр булған, әлбиттә.

Шулай итеп, 1918 йылда районда беренселәрҙән булып Күсейҙә совет мәктәбе асылыуы осраҡлы түгел. Бының өсөн ауылда төп шарттар — бина һәм уҡытыусылар булған.

Был мәктәптең тәүге уҡытыусылары — Фитрат Абдуллин һәм Әшрәф Ғайсин. Мәктәптә ошо турала архив документтарының күсермәһе бар. Унда уларҙың уҡытыу стажы, йәшәгән урыны күрһәтелгән. Мәҫәлән, Ә. Ғайсиндың эш стажы булмай, Ф. Абдуллин тураһында “үҙ өйөндә йәшәй, хеҙмәт стажы — дүрт йыл” тип яҙылған, сөнки Фитрат Хөснөтдин улы мәҙрәсәлә уҡытып йөрөгән.

1921 – 1925 йылдарҙа мәктәптә уҡытыу эше билдәле сәбәптәр арҡаһында туҡтатылып торған. 1925 йылда мәктәп яңынан асылғас, уҡытыусылар булып Мөхәмәт Шәйхислам улы Аҡназаров һәм Әширәф Әбделғәни улы Ғүмәров эшләгән. Ә Ф.Х. Абдуллин 1923 – 1929 йылдарҙа ауыл советында секретарь була.

Нисек кенә булмаһын, Күсейҙә мәктәп 20-се йылдарҙа ла, 30-сы йылдарҙа ла булған һәм даими эшләп торған. Ә инде 1928 – 1929 йылдарҙа унда һәм күрше ауылдарҙа ликбез курстары асыла башлай. Был турала Фатима инәйемдең (хәҙер Күсейҙә ейәне Исмәғил Әхмәтов йәшәй) һөйләгәне иҫемдә: “Ликбез асылғас, апаңдан рөхсәт алып, шунда уҡырға йөрөнөм. Ҡаршы килмәне мәрхүмкәй, үҙе уңай ғына итеп таҡта эшләп бирҙе, шуны ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып бара торғайным. Ул саҡта дәфтәр, ҡәләм булманы, таҡтаға күмер менән яҙып уҡыныҡ. Латинды тиҙ генә отоп алдым”.

Тормош ауырлығына, донъя мәшәҡәт­тәренә ҡарамай, ғәрәпсә уҡый-яҙа белгән инәйем латинды ла үҙләштерә. Халыҡ һәр ваҡыт белемгә ынтылған.

Хәҡиҡәт өҫкә сыға

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа мәктәп тарихын боҙоп күрһәтә башланылар. Йәнәһе, 30-сы йылдар уртаһында Күсейҙә мәктәп булмаған, 1935-1936 йылдарҙа килгән Әсмә Баймырҙина тәүге совет уҡытыусыһы булған, мәктәпте ул төҙөткән һ.б. Был мәғлүмәт дөрөҫ түгел, сөнки 1937 йылдан Күсейҙә яҡын-тирәләге иң ҙур ете йыллыҡ мәктәп була. Унда Басай, Иҫәнбәт, Тоҡтағол, Ишбирҙе, Хәлил, Төркмән ауылдарынан балалар килеп уҡый. Мәктәп директоры С. Хәйбуллиндың булыуы билдәле. Ул йылдарҙа уҡытыусы­ларҙан Ғ. Әҙеһәмов, М. Исмаҡов, Мәжитов, З. Йәрмөхәмәтов, С. Ҡужабаев, З. Юлыева, Р. Зәбирова, Ф. Мотаева, М. Аҫыл­баев, З. Сәлиев, Ә. Йәнтүрин һ.б эшләй.

Шул йылдарҙың тере шаһиты булған оло быуын ауылдаштарҙың һүҙҙәрен тыңлайыҡ. 2006 йылда “Йәшлек” гәзитендә (№ 64, 65, 66) Абдулхаҡ Игебаевтың ағаһы Әхәт Хажмөхәмәт улының “Бәләкәй хәйерселәр” тигән хәтирәләре баҫылып сыҡты. Ул унда әсәһе үлеп, атаһын юғалған ат өсөн төрмәгә япҡас, ике ҡустыһы – дүрт йәшлек Абдулхаҡ һәм ике йәшлек Хөснихаҡ менән күргән михнәттәре тураһында яҙа. Унда мәк­тәпкә ҡағылышлы юлдар ҙа бар: “1933 йылдың сентябре, һигеҙ йәшлек балалар уҡый башланы. Миңә лә һигеҙ йәш тулды. Ул ваҡыттағы йәш уҡытыусы Мостафа Зәйнәғәбдинов мине осратып, ҡолаҡтан тотоп мәктәпкә индереп, парта артына ул­тырта, ә мин тәнәфес булғас та ҡасам... Шулай бер нисә тапҡыр “уҡырға инеп” сыҡтым. Беҙ ул саҡта тамаҡ туйҙырыу тураһында ғына уйланыҡ, уҡыу ҡайғыһы булманы”.

“Баймаҡтан йәйәүләтеп бик күп кешене (30-40 самаһы булғандыр) алып килеп мәктәпкә яптылар. Атайҙың тәҙрәнән үҙенең өйө яғына ҡарап тороуы хәҙер ҙә күҙ алдында”.

“Бер уҡытыусы баҡсабыҙға картуф сәсте”. Тимәк, 1933 йылда мәктәп тә, уҡы­тыусылар ҙа булған. Бөгөн ауылыбыҙҙың иң оло кешеһе – Әлимә Хафиз ҡыҙы Ишкилдина. Ул инде 95 йәште үткән. 30-сы йылдар башында мәктәпкә бара һәм унда ете класс тамамлай. Уға “Уҡырға ниндәй мәктәпкә барҙың? Ул саҡта кемдәр уҡыта ине?” тип һорауҙар бирҙек. Яуабы түбәндәгесә булды: “Мин дә шул һеҙ уҡы­ған оҙон ағас мәктәптә уҡыным. Бер осор ба­лалар күбәйеп киткәс, Фазулла хәлфә­нең өйөндә лә класс булды. Ул ваҡытта “А”, “Б” кластарына бүлендек. Тәүҙә Әширәф ағай Ғүмәров эшләп йөрөнө, һуңыраҡ Юлыҡтан Мостафа Зәйниғәб­динов, Таулыҡайҙан Дамулла Игебаев менән Дауыт Имелбаев килде. Әсмә Баймырҙина 1932 йылда килеп, бер нисә ай эшләп киткәйне, 1935 йылда ғаиләһе менән Күсейгә күсеп килде”. Әлимә апайҙың хәтере бик яҡшы, тап ошо дүрт уҡытыусының бергә төшкән фотоһын Р.И. Үтәғолов китабында күргәйнем.

– Ул йылдарҙа М. Зәйниғәбдинов директор булып йөрөнө. Маһикамал Ибәтуллина оҙаҡ эшләмәне. Үҙебеҙҙең ауыл кешеһе Хәкимйән Байназаров та эшләне, һуңынан Икенсе Этҡолға китте, – тип һүҙен дауам итте Әлимә апай.

1950 – 1970 йылдарҙа мәктәптә төрлө ҙурлыҡтағы туғыҙ бүлмә булды, эргәһендә өс бүлмәле ятаҡ, директор өйө янында уҡытыусылар өсөн өс бүлмәле йорт та бар ине. Бынан тыш, өҫкө урамда клуб (мәсет) ҡаршыһында мәктәп фатиры булды. Улар ваҡытында һөргөнгә эләгеп киткән кешеләрҙең өйҙәре ине.

Ошо иҫке ағас мәктәп ауыл халҡына бик оҙаҡ, 1974 йылға тиклем, хеҙмәт итте. Унан инде бер ҡатлы кирбес мәктәп төҙөлөп бөттө, ә 1988 йылдан балалар ике ҡатлы заманса мәктәптә белем ала башлай. Яңы белем усаҡтары ауылдың бөтөнләй икенсе яғында төҙөлдө. Ағас мәктәп тә, уның янындағы алма баҡсаһы ла хәҙер юҡ инде. Улар урынында шәхси йорттар ҡалҡып сыҡты.

Уҡытыусыларҙы онотмайым

Һуғыштан һуң тыуһам да, мин дә ошо телгә алынған уҡытыусыларҙың күбеһен беләм. Әсмә Баймырҙина оҙаҡ йылдар Күсейҙә йәшәне, күреп-белеп, аралашып йөрөнөм. Мин мәктәпкә барғанда (1954 йыл), ул уҡытмай ине инде. М. Зәйниғәбдиновты 1968 йылдың 18 майында, Д. Игебаевты 1972 йылдың 19 майында уҡыусылар менән осрашыуға саҡырып, дружинаның почетлы пионерҙары итеп ҡабул иткәйнек. Улар икеһе лә һуғыш ветерандары ине.

Ул ваҡытта Күсейгә автобус йөрөмәне. Иртә менән берәй уҡытыусы арбалы мотоцикл менән 40 саҡрымдағы Сибайҙан алып килә һәм кире илтеп ҡуя торғайны. Улар элекке уҡыусыларын күреп-һөйләшеп, беҙҙең менән тәбиғәт ҡосағында ял итеп, бик ҡыуанып ҡайтып китте. Бергә төшкән фотолар ҙа бар.

Ауылыбыҙҙан сыҡҡан тәүге билдәле уҡытыусыларҙың береһе Х.Ш. Байназаровты уҡыусы саҡтан хәтерләйем. Туғандары Сөләймән һәм Муллахмәт Байназаровтарға ҡайтып йөрөгәндә беҙҙең өйгә лә һуғылды. Һуғыштан һуң ул Баймаҡтың 1-се мәктәбендә директор була, 50-се йылдарҙа Стәрлетамаҡта колхоз рәйестәре әҙерләгән ике йыллыҡ курс­та эшләй, шунда атайыбыҙ Ш.М. Ҡыуатовты ла уҡыта. Ҡатыны Фатима Ғәниева БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, СССР Юғары Советының икенсе саҡырылыш (1946 йыл) депутаты була.
Ауылыбыҙҙа тәүге совет уҡытыусыһы булған Фитрат Хөснитдин улы Абдуллинды бик яҡшы хәтерләйем, сөнки ғүмеренең һуңғы биш йылында ул ғаиләһе менән беҙгә күрше генә йәшәне. Ул үҙе лә, Тутыя инәй ҙә тыныс холоҡло, ипле кешеләр булды. Ауыл халҡы уларҙы ихтирам итте. Балалары Ғәле менән Әминә лә тәртипле, тәрбиәле булып үҫте, яҡшы уҡыны.

30-сы йылдарҙағы репрессиялар Фитрат Хөснөтдин улын да уратып үтмәгән. 1933 йылда ҡулға алына, 58-се статья буйынса ғәйепләнеп, төрмәлә дүрт йыл ултырып сыға, Беломорканал төҙөлө­шөндә ҡатнаша.

Оҙаҡ йылдар Төркмән ауылында шәфҡәт туташы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ҡыҙы Әминә Яҡупова 1966 йылда мәрхүм булған атаһының документтарын әле булһа ҡәҙерләп һаҡлай. Ул ҡағыҙҙар уның бөтә тормош юлын сағылдыра. Дәлилдәрҙе үҙгәртеп күрһәтеү мөмкин түгел. Шуларҙың ҡайһы берҙәре тураһында ғына әйтеп китәм. Иң мөһиме, әлбиттә, уның аҡланыуы тураһындағы ҡағыҙ — БАССР Юғары суды Президиумының 1960 йылдың 5 авгусында сығарған ҡарары буйынса ул ғәйепһеҙ тип табыла, уға ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше ябыла һәм 19 августа ҡарар уға ебәрелә.

Ауыл советының мисәте ҡуйылған тағы бер документҡа иғтибар иттем. Унда ауылдаштары Һиҙиәт Сәғәҙи улы Үтәғолов (1883 йылғы), Фәтхрахман Йәғәфәр улы Ишбирҙин (1891 йылғы), Басай ауылынан уҡытыусы-пенсионер Мазһар Дауыт улы Аманғолов (1896 йылғы) уның 1918 – 1921 йылдарҙа Күсей башланғыс мәктә­бендә уҡытыусы булып эшләүен раҫлай.

Үҙ ҡулы менән рус телендә бер хатаһыҙ яҙылған ғаризаһы уның грамоталы кеше булыуын күрһәтә. Юҡҡа ғына төрмәгә тиклем алты йыл ауыл советы секретары булып эшләмәгәндер.

Ошолар тураһында былтыр райондың “Һаҡмар” гәзитенең 14 сентябрь һанында яҙып сыҡтым. Ә 16 октябрҙә “Башҡортос­тан”да ауылдашыбыҙ Т. Ғари­пованың мәҡәләһе донъя күрҙе. Яҙыусы гәзиттең был һанын Күсей мәктәбендәге осрашыуҙа күпләп халыҡҡа өләште.

Хәтирәләр

Баҫылған мәҡәләләге һәм сығыштағы ҡайһы бер фекерҙәргә үҙ ҡарашымды белдерергә теләйем. “Тарих яҙыр булғас, минән һорашырға кәрәк ине. Мәктәп тарихын минән дә яҡшы белгән кеше юҡ. Уны мин V класта уҡығанда әсәйемдән һорап яҙып, мәктәпкә тапшырҙым”. Был һүҙҙәр менән килешмәйем. Бынан 60 йыл элек 12-13 йәшлек бала тарафынан яҙып алынған бер кешенең хәтирәләрен бөтә мәктәп тарихы тип ҡабул итеп булмай. Тарих төрлө кешеләрҙең иҫтәлектәренә, иҫбатланған дәлилдәргә, документтарға таянып яҙыла. “Ул альбом хәҙер юҡ, ләкин мин ундағы һәр һүҙҙе хәтерләйем”. Әммә балаларының әсәләре тураһында төрлө йылдарҙа төрлөсә һөйләүе, уның ҡайҙа белем алыуын, Күсейгә ҡасан килеүен бутауы бының киреһен күрһәтә. Ошолар тураһында документтар булғандыр бит.

Мәктәп йылдарында беҙ барыбыҙ ҙа ауыл тарихын, халыҡ ижадын өйрәнеү менән мауыҡтыҡ. Башҡорт теле уҡытыусыһы Мөхәмәт Мөхәмәтҡол улы Рәшитов беҙ VII класта уҡығанда ауылдың ололарын бүлеп биргәйне. Миңә, мәҫәлән, Һиҙиәт бабай Латипов эләкте. Күпте белгән, белгәндәрен бик оҫта итеп һөйләгән апаның өйөндә мин күп кенә ҡышҡы кистәрҙә әкиәттәр, ауылға ҡағылышлы легендалар яҙып үткәрҙем. Шул саҡта улар Мәрғизә инәй менән икеһе генә йәшәгәс, берәү ҙә ҡамасауламаны. Һуңға ҡалып китәм дә ауылдың бер осонан икенсе осона ҡурҡышымдан йүгерә-атлай ҡайтам. Бер саҡ уҡытыусыбыҙ күршебеҙҙә йәшәгән Хәкимйән апа Мусиндың һуғыш хәтирәләрен яҙып алырға ҡушты. Әсир­леккә эләгеп, концлагерҙа булған яугирҙең иптәштәре менән ике тапҡыр ҡасып ҡарауы, ләкин тотолоуы тураһында һөйлә­гәндә, “эттәре яман булды бит немец­тарҙың, шулар менән килеп тоттолар, тотолғас, бигерәк ыҙалаттылар” тип һөйләгәне иҫемдә. Унан мин концла­герҙарҙа “каменный мешок” тип аталған махсус язалау урындары булыуы, иле­беҙгә сыҡҡас, әсирлектә булғандарҙың фильтрация лагерҙары аша үтеүе һәм башҡа хәл-ваҡиғалар тураһында ишетеп белдем. Аллаға шөкөр, әлегә беҙҙең дә “аҡылыбыҙ айныҡ, хәтеребеҙ яҡшы”. Шулай ҙа яҙғандарыбыҙҙы һүҙмә-һүҙ хәтерләйбеҙ, тип әйтә алмайбыҙ. Шуға ла класташтар менән осрашҡанда, шул яҙмаларҙың ҡараламалары булһа ла һаҡланмағанға үкенеп һөйләшеп алабыҙ.

Уҡытыусыбыҙ уларҙы китап итеп сығарыр тигән өмөт аҡланманы. Уның хәтере лә, үҙе әйткәнсә, яҡшынан түгелдер, сөнки булғандарҙы бик ныҡ байытып яҙған һуңғы мәҡәләһендә хаталар етерлек. Бер-икеһен генә әйтеп китәм. “Әсәйем үҙенә алмаш әҙерләгән һеңлеһе Гөлнур менән уҡыусыһы Сәкинә Исламғолованы Ырымбурға алып барып, педтехникумға уҡырға индергән. Сәкинә Исламғолова, дипломлы белгес булып ҡайтып, әсәйем менән һуғыш йылдарында бергә эшләп йөрөгән”, – тип яҙа.

Сәкинә апай (беренсе уҡытыусым) 1927 йылда тыуған, һуғыш башланыр алдынан ғына ете класс тамамлаған һәм һуғыш йылдарында ошо белеме менән эшләп йөрөгән. Һуғыштан һуң Темәс педучи­лищеһында ситтән тороп уҡыған. Ә Ырымбурҙағы педтехникум 1935 йылда уҡ ябылған була.

Мәктәп янындағы мөһабәт ҡарағас­тарҙы ла бик ныҡ йәшәртеп ебәрә.

Тарихта һәр кемдең үҙ урыны

Ә иң ғәжәпләндергәне шул: “Күсейҙә 1918 йылда асылған мәктәп совет мәктәбе тип аталһа ла, унда дин тәғлимәттәре уҡы­тылған”, – тип яҙылған мәҡәләлә. Быға нин­дәй дәлилдәр бар? Иң тәүге декрет­та­рының береһе динде мәктәптән айырыу тураһында булған Советтар илендә бының булыуы мөмкинме? Киреһенсә, дин уҡытыу ҡәтғи тыйылған. Ә тәүге уҡы­тыусылар Ф. Абдуллин менән Ә. Ғайсин, дәүләт хеҙмәткәрҙәре булараҡ, хөкүмәттән хеҙмәт хаҡы алып эшләгән. Ә инде әсәһен бысаҡ тотоп һуйырға килеүе ысын булһа, ауыл ғына түгел, бөтөн район халҡы белер ине. Һөжүм итеүселәр ҙә, ҡотҡарыусылар ҙа булған хәлде йәшереп тотамы ни?

Күсейҙәр Әсмә Баймырҙинаны 30-сы, 40-сы ауыр йылдарҙа эшләгән оло быуын уҡытыусыларының береһе тип белде. Ра­йон мәғарифына арналған хеҙмәттәрҙә лә шулай тип телгә алына. Уның хеҙмәтен бе­рәү ҙә инҡар итергә йыйынмай, шуға ла бынан бер нисә йыл элек балаларының һорауы буйынса элекке мәктәп урамына уның исеме бирелеүе ғәжәп түгел. Ысынлап та, бөгөн мәктәптә уның таш һыны то­ра, ләкин оҙаҡ йылдар зыяратта торған был бюсты балаларының мәктәпкә индереп ҡуйып китеүе ауыл хаҡында ҙур риза­һыҙ­лыҡ тыуҙырған һәм был аңлашыла ла.

“Совет осоронда Ф. Абдуллинды беренсе уҡытыусы тип атамағандар” тигән һүҙҙәр дөрөҫ түгел. Замандаштары был турала белгән, таныған. Тик был турала берәү ҙә һәр ерҙә һөйләп йөрөмәгән һәм бөгөн дә шулай. Халыҡ араһында абруйы булды. Бөгөн мәктәп музейында уға арналған мөйөш булдырылған. Төрлө сараларҙа, матбуғат биттәрендә уның исеме беренсе уҡытыусы булараҡ иҫкә алына. Мәҫәлән, “Һаҡмар”, “Атайсал” гәзиттәрендә, “Ватандаш” (2017 йыл, №11) журналында.

Ошо 100 йыл эсендә Күсейҙә йөҙләгән уҡытыусы эшләп киткән. Уларҙың һәр береһе мәғарифты үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән, халыҡ хәтерендә эҙен ҡалдырған.

Тарихта һәр кемдең үҙ урыны. Кемделер тарих битенән һыҙып ташларға йәки булған ваҡиғаларҙы үҙе теләгәнсә үҙгәртеп күрһәтергә берәүҙең дә хаҡы юҡ.


Вернуться назад