Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибайҙан 250 бала Ҡырымдағы “Хыял” шифаханаһында һаулығын нығытып ҡайтты. Улар араһында Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан да ике уҡыусы булды.Бишенсе класта белем алған Иҙел Дәүләтбаев һәм алтынсынан Даян Шәрипов яңы көс-дәрт туплап ҡайтып, белем алыуын дауам итә.
– Ҡара диңгеҙ буйындағы ял шул тиклем оҡшаны, яңы дуҫтар таптым, сәләмәтлегемде нығыттым, – ти Иҙел. – Самолетҡа тәүге тапҡыр ултырҙым. Башта бер аҙ шөрләнем, аҙаҡ тирә-яҡты күҙәтеп барҙым. Шифаханала беҙҙе йылы ҡаршыланылар, дауалау процедуралары оҡшаны, бигерәк тә диңгеҙ һыуы ҡойолған бассейнда йөҙөп рәхәтләндем.
Улының һүҙҙәрен атаһы Марсель Дәүләтбаев та ҡеүәтләй.
“Бала саҡтан хроник сир менән яфаланған Иҙелгә шифахана ныҡ килешкән, сәйәхәт тәьҫораттары менән һаман да ҡыуанып бүлешә. Шулай ҙа, әлбиттә, тыуған яғын, туғандарын, дуҫтарын һағынып ҡайтҡан”.
Даян Шәрипов та Ҡырымдағы ялдан бик ҡәнәғәт. “Бигерәк тә тарихи урындарҙа булыу оҡшаны”, – ти ул.