Рәсәй халҡының күпселеге иҫәпләүенсә, ҡартлыҡ пенсия йәшенә етеү менән башлана. Ә донъяла пенсияға сығыу йәше берҙәй түгел. Мәҫәлән, былтыр Рәсәйҙә үткәрелгән пенсия реформаһы нигеҙендә ҡатын-ҡыҙ өсөн ул – 60, ир-ат өсөн 65 йәш тип билдәләнде.
Ҡыҙыҡ, ә пенсия йәшен кәметкән илдәр бармы Ер йөҙөндә? Ғәжәп, әммә был – ысынбарлыҡ. Быйыл Италияла пенсия йәшен кәметмәкселәр. Ил президенты тарафынан законға ҡул ҡуйылған да инде. Пенсияға сығыу йәше теүәл биш йылға ҡыҫҡартылып, итальяндар 62 йәштә пенсияға сыға ала, иң бәләкәй хеҙмәт стажы – 38 йыл. Пенсия йәшен кәметеү иҫәбенә эшһеҙлек проблемаһын да хәл итмәксе итальяндар.
Италияла пенсия йәшен 2011 йылда, илдәге финанс ҡыйынлыҡтары һөҙөмтәһендә, арттырырға ҡарар итәләр. Билдәле, реформа халыҡта ҙур ҡәнәғәтһеҙлек, шау-шыу тыуҙыра. Ә хәҙер Италия хөкүмәте, пенсия йәшен түбәнәйтеүгә аҙым яһап, ҙур ғорурлыҡ кисерә.
Польша хөкүмәте былтыр октябрь айында пенсия йәшен ир-ат өсөн – 65, ҡатын-ҡыҙ өсөн 60 йәшкә тиклем кәметте. Быға тиклем пенсияға сығыу йәшен һәр кем өсөн 67 йәшкә тиклем оҙайтырға ҡарар ителгәйне. Парламент һайлауында еңеүгә өлгәшкән партия вәғәҙәһендә торҙо – халыҡ пенсияға иртәрәк сығыу мөмкинлегенән ҡәнәғәт.
1982 йылда Франция президенты Миттеран пенсияға сығыу йәшен 65-тән 60 йәшкә тиклем кәметте. Власҡа Николя Саркози килеү менән ул йәнә 62 йәшкә тиклем артты. Ете йыл элек пенсияға сығыу йәше йәнә 60 йәш тип билдәләнде. Әммә француздарҙың бөтәһе лә бындай мөмкинлектән файҙалана алмай, бары 18 йәштән хеҙмәт юлын башлағандар ғына 60 йәштә хаҡлы ялға сыға ала. Ҡалғандар өсөн пенсияға сығыу ваҡыты 62 йыл тәшкил итә.
Ә бына япондар илдә пенсияға сығыу йәшен 65-тән 70 йәшкә тиклем арттырмаҡсы. Был, ил халҡының тиҙ ҡартайыуы сәбәпле, иҡтисад үҫешен һаҡлау кәрәклеге менән бәйле.