“Үҙәк баҙар” туҡталышында автобус көтөп торам. Шунда ҡуйылған радиоалғыстан төрлө көйҙәр яңғырай, ара-тирә иғлан бирәләр, реклама туҡталмай. Бер ваҡыт диктор бер артистың үтәсәк концерты хаҡында осоноп-осоноп һөйләй башланы. “Фәлән Фәләнов – дан ҡаҙанған легендар йырсы сығыш яһаясаҡ, концерттарға килегеҙ” һәм башҡалар...
Тыңлағаным бар ул артисты, тауышы матур, репертуар һайлай белә, йырҙары тамашасыға оҡшай, әммә уны бер нисек тә “легендар” йырсы тип әйтеп булмай. Бәлки, был минең генә фекерем түгелдер. Әлеге һүҙҙең тәржемәһенә (аңлатмаһына) күҙ һалайыҡ: “легендарный” – овеянный славой, вызывающий восхищение; “живая легенда” – о человеке с героическим славным прошлым”, – тип әйтелә С. Ожеговтың һәм Н. Шведованың “Рус теленең аңлатмалы һүҙлеге”ндә.
Шулай булғас, әле телгә алынған сағыштырмаса йәш артисты “легендар” йырсы тип атау, уны Илһам Шакиров, Фәриҙә Ҡудашева, Әлфиә Авзалова кеүек мәшһүр артистар рәтенә индереү, минеңсә, дөрөҫ түгел, уның ижады әлегә был шөһрәтле баһалауға тартмай.
Икенсенән, “легендар” тип, ғәҙәттә, үтә лә һоҡланғыс ғүмер кисергән, халыҡ хәтерендә оҙаҡ йылдар һаҡланған яҡты донъянан киткән данлыҡлы артистарға, хәрбиҙәргә, дәүләт эшмәкәрҙәренә, спортсыларға һәм башҡаларға ҡарата әйтәләр бит.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы арала был һүҙҙе йыш ҡуллана башланылар, айырыуса уны радиотелерекламаларҙа ишетергә мөмкин. Сәхнәнән әйтергә лә тартынып тормайҙар. Мәскәүҙә йә Өфөлә генә билдәле ансамблде йә артисты “легендар” тип атап ҡына урындағы тамашасыны уларҙың концертына йәлеп итеп буламы икән?!
Легендаға тиң эштәр башҡарған, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртеп, шәкерттәрен үҫтергән шәхес, ижади йылдар дауамында халыҡ онотмаған артист, спорттағы бөйөк еңеүҙәре менән илде данлаған спортсы, еңеү артынан еңеү яулаған хәрби эшмәкәр кеүек заттар ғына “легендар” исемен йөрөтөргә хаҡлы, минеңсә. Әйтәйек, Владимир Высоцкий, маршал Георгий Жуков, диктор Юрий Левитан, космонавт Юрий Гагарин һәм башҡаларҙы шундай кеше тип атарға була.
Шулай булғас, ете ҡат үлсәп, һаҡ ҡулланайыҡ был атаманы, йәмәғәт.