10-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтәсәк.
Республиканың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған сара “Торатау” конгресс-холында уҙғарыла. Съезда Башҡортостан һәм Рәсәй субъекттары мәктәптәрендә эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының директорҙары, ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралығы белгестәре һәм методистары, юғары уҡыу йорто вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.
Көн тәртибендә — Башҡортостанда, Рәсәй субъекттарында башҡорт телен өйрәнеү, уны һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре.