Башҡорт булғас, шундай бул! Билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов яңы проект уйлап тапҡан.
“Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә ул: “Үҙемә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәр төбәктән 100 ҡумыҙсы әҙерләргә тигән маҡсат ҡуйғайным. Башланғысымды урындарҙа бик йылы ҡабул иттеләр. “100 йыллыҡҡа – 100 ҡумыҙсы” проектын әбйәлилдәр менән башлайбыҙ. 13 мартта Ташбулат сәхнәһенә кәмендә 100 ҡумыҙсы сыға! Иртәгәһенә Шығай мәҙәниәт йортонда 100 Белорет ҡумыҙсыһы йыйыла.
Мәсетлеләрҙең сығышын иһә 17 апрелдә күрәсәкбеҙ. Был проектҡа Ишембай һәүәҫкәрҙәре лә дәррәү ҡушылды. Әле конкурстың датаһы билдәләнмәгән, шулай ҙа етди әҙерлек башланған.
Район кимәлендә иң яҡшылары тип табылған артистарҙы 19-20 июндә Оло Ыҡтамаҡта төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсында көтәбеҙ.
Йәмәғәт, тағы ҡайһы төбәк 100 ҡумыҙсы тәҡдим итә алам, тип күкрәк һуға? Әйҙәгеҙ, һеҙҙе лә бәйгелә көтәбеҙ”, – тип яҙған.