Көндәр һыуытырмы?11.03.2019
Башҡортостанда йылы көндәрҙән һуң һауа торошоноң бер аҙ һыуытыуы күҙаллана.

Киләһе көндәрҙә төбәктә ямғыр яуыуы, һауа температураһының 0-дән юғарыраҡ булыуы, төндә боҙлауыҡ көтөлә. Шуға күрә машина хужаларына иғтибарлыраҡ булырға, юл ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә кәңәш ителә.

13 марттан көндөң бер аҙ һыуытыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә 7, көндөҙ иһә 2 градус һалҡын була. Аҙна аҙағына термометр бағанаһы төндә минус 11 градусҡа тиклем түбән төшәсәк. Яуым-төшөм көтөлмәй.

16 мартта көндөҙ 2 градусҡа тиклем йылы, төндә 9 градусҡа тиклем һалҡын була. 17 мартта көндөҙ плюс 4, төндә иһә минус 7.


Вернуться назад