Ҡотлайбыҙ!08.06.2012
Ҡотлайбыҙ!Ейәнсура районының Иҙәш ауылында тыуып үҫкән, әле Үтәғолда йәшәүсе ҡәҙерле атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Вәкил Әхмәт улы Буранғоловты 75 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, Салауат исемендәге колхозда йәшләй генә эш башлап, хужалыҡ үҫешенә бик күп көс һалды. Колхоздың автоматик һөт һауҙырыу, иген елгәреү ҡорамалдарын йыйып яйға ебәреүгә булышлыҡ итте. Оҙаҡ йылдар тирмәнсе булып эшләне.
Фиҙаҡәр хеҙмәте, һәр кемгә ихтирамлы, кешелекле, кеселекле, ярҙамсыл булыуы менән туғандары, ауылдаштары араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанды.
Атайыбыҙ Башҡортостаныбыҙҙың суверенитеты өсөн хәрәкәттә әүҙем ҡатнашты, ҙур көс һалды. I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булып һайланды.
Аталы бала — арҡалы, тиҙәр. Ул әсәйебеҙ менән беҙҙе, биш балаһын, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтереп, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Бөгөн дә аҡыллы кәңәштәренән өҙмәй, һәр көнөн ғаиләһен, балаларын хәстәрләүгә арнай.
Артабан да дәрт-дарманлы, балаларың, туғандарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, һау-сәләмәт ғүмер итеүеңде теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балалары һәм яҡындары исеменән Өфө ҡалаһынан улы Байрас, килене Зәлифә, ейәне Ирек.


Вернуться назад