Эттәрҙең дә була төрлөһө11.03.2019
Эттәрҙең дә була төрлөһө, тип яҙа “Известия” гәзите. Тоғроһо, эргәңдән китмәй, ҡойроҡ болғап, күҙеңә генә ҡарап торғаны, юҡҡа-барға лауылдап, өҫкә ташланырҙай булып ажғырғаны… Эске эштәр министрлығы кеше өсөн хәүефле эт тоҡомдарының исемлеген әҙерләп, уларҙы морондоҡһоҙ урамға алып сығыуҙы тыйҙы.

Генетик яҡтан көс һәм агрессия сифаттары өҫтөнлөк алған һәм үҙ-үҙен тотоу үҙенсәлектәре кинология фәне тарафынан ныҡлап өйрәнелмәгән тоҡомдар ошо исемлеккә ингән.



Вернуться назад