Сабыйҙарҙы йырлап-бейеп оҙаталар11.03.2019
Туймазы үҙәк дауаханаһының бала табыу бүлексәһендә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан бәхетле әсәләрҙе сабыйҙары менән хөрмәтләп йорттарына оҙаттылар.

Тантаналы шарттарҙа бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды. Район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов, үҙәк дауахананың баш табибы Зәбир Ғиззәтуллин, ЗАГС бүлеге белгесе Гөлмирә Мөлөкова ғаилә тормошондағы ҙур шатлыҡлы ваҡиға менән йәш ата-әсәләрҙе ҡотланы. Бүләктәр тапшырылғандан һуң, Туймазы медицина колледжы студенттары концерт номерҙары менән һәр кемдең күңелен күтәрҙе.






Вернуться назад